top of page
daisies-flowers-EqPk-1024x576-MM-90.jpg

    Уҡытыусы һөнәре иңдәремә ятҡас ҡына минең яҙмышым – илем, телем, халҡым яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡан икәнен аңланым. Үҙ көнөм өсөн генә түгел, ә халҡым киләсәгенә лә яуаплы икәнмен. Ни тиклем етди һәм яуаплы һөнәр һайлағанымды йылдан-йыл нығыраҡ тоям. Үҙемдә уҡытыусыларымдың күркәм сифаттарын күреп ғорурланам.

Башҡорт теле уҡытыусыһы…

    Ул – бөгөнгө көндөң маяғы. Һиңә өмөт тулы ышаныс менән заман үҙе баҡҡан. Шуға ла мин һәр дәрескә яңылыҡ алып килергә тырышам. Һөйләргә өйрәтеү, телмәр үҫтереү,илебеҙгә ышаныслы шәхестәр тәрбиәләү – минең төп маҡсатым. ХХI быуат. Йәмғиәт һәм мәктәп тормошонда үҙгәрештәр. Мәктәптәрҙә уҡытыуҙың яңы технологиялары ҡулланыла, интернет аша мәғлүмәт алыу мөмкинлектәре асылды. Хәҙерге заман уҡытыусыһы төплө белемле булырға, балаларҙың психологияһын яҡшы белергә ,заман бергә атларға тейешбеҙ.

   Әлбиттә, хәҙерге заманда аҙ түләүле лә, ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәрҙең абруйы кәмегән һымаҡ. Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, заманалар үҙгәреүе менән балалар, йәш быуын үҙгәрә. Шуға күрә, «Ҡуйсы, ҡуйсы, кеше балаһын түгел, үҙ балаңды аңлап булмай!»-тип әйтеүселәр күп бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Тимәк, уҡытыусы ҡайһы ғына заман, ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, уҡытыусы булып ҡала белергә тейеш, минең уйлауымса.

   Мин һөнәр һайлауымда яңылышмағанлығымды йылдар уҙған һайын нығыраҡ аңлайым. Уҡытыусы булыу – ул минең булмышым, яҙмышым. Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ бәләкәй генә ағас үҫентеһен ултыртаһығыҙ. Бер нисә тиҫтә йылдан ошо урында мәғрүр, киң тармаҡлы ағас үҫеп сығасаҡ.Барыһы ла уға ҡарап һоҡланасаҡтар һәм һәр береһе ирекһеҙҙән ағасты ултыртыусыны хөрмәт менән иҫкә аласаҡ. Был изге эш кешелек донъяһының булмышына хас булһа, уҡытыусы исемен йөрөтөүсе бөйөк һөнәр эйәһе иңенә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Ана шул мәғрүр ағастарҙың шаулап үҫеүе беҙҙән тора ла инде.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ,уҡыусыларымда халҡыбыҙҙың телен,мәҙәниәтен,ғөрөф-ғәҙәттәрен,күркәм йолаларын,тарихи үткән юлын хөрмәт итергә өйрәтеү,милли рух тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуям.Бының өсөн,билдәле,күп эҙләнергә,ижади эшләргә кәрәк!

     Һәр иртәне, һәр дәресте “Һаумыһығыҙ”,-тигән изге һүҙҙәр менән башлайым, сөнки кешенең теле ни тиклем матур, бай булһа, күңеле лә шулай гүзәл тәрбиәләнә, фекере бай, зиһене тәрән, яҡты, аңлы була. Мин, уҡытыусы булараҡ, бөтә көсөмдө биреп, бөтә яҡшылыҡты уҡыусыларымдың күңеленә һеңдерергә тырышым, ерҙе, тормошто аңларға, уны яратырға өйрәтәм. Уның ижад емеше лә йылдар аша билдәләнә. Ваҡыт үтеү менән шуныһы ҡыуандыра: минең күп уҡыусыларым башҡорт теле буйынса төрлө конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнашалар, призлы урындарҙы алалар, үҙ теләктәре менән башҡорт телендә сыҡҡан «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдарын ,”Йәншишмә”гәзиттәрен ҡыҙыҡһынып уҡыйҙар,алдыралар.

      Телгә ҡыҙыҡһыныу минең дәрестәремдә артҡандан арта бара. Кем белә, бәлки киләсәктә туған башҡорт телен ихтирам иткән, яратҡан кешеләр күберәк булыр. Уҡытыусының абруйы күтәрелер, уға ҡарата ихтирам артыр. Йомғаҡлап шуны әйтәһем килә: мин бәхетле! Минең яратҡан һөнәрем, янымда һорау тулы күҙҙәре менән ҡарап торған уҡыусыларым бар. Уҡытыусы өсөн ошо иң ҙур бәхет түгел мени!?

Мин – уҡытыусы !

Ниндәй гүзәл исем!

Кеше итеп һине әҙерләй.

Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,

Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй.

Р. Ғарипов

bottom of page